Стреляева Лидия Николаевна
Стреляева Лидия Николаевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 7 апрель 1902 |
Тыуған урыны | Кизияр[d], Мелитополь[d], Таврида губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 29 июнь 1987 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Кушнаренко, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ботаник |
Эшмәкәрлек төрө | селекционер[d] |
Эш урыны | Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты |
Уҡыу йорто | Таврический университет[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Стреляева Лидия Николаевна (7 апрель 1902 йыл — 29 июнь 1987 йыл) — совет селекционеры. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған агрономы (1982). СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1951).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лидия Николаевна Стреляева 1902 йылдың 7 апрелендә Кизияр (хәҙер Мелитополь, Запорожье өлкәһе, Украина) ауылында тимер юлсы ғәиләһендә тыуған.
Мелитополдә ҡала гимназияһында уҡый. 16 йәшендә үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына баҫа (РККА — Рабоче-крестьянская Красная армия). М. В. Фрунзе исемендәге Ҡырым дәүләт университетының (КрГУ имени М. В. Фрунзе) медицина факультетында уҡый. Унан агрономия факультетына күсә.
Эш урыны: 1926—1930 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы янындағы емеш-тәжрибә станцияһында эшләй. 1930—1935 йылдарҙа — Бөтә союз үҫемлекселек институтында йәшелсә культуралары буйынса дәүләт сорт участогы (госсортучасток) мөдире була.
1935—1944 йылдарҙа — Кушнаренко виноград өҫтөндә эшләүсе ғилми хеҙмәткәр вазифаһын башҡара. Бер үк ваҡытта, хәрби метеоролог һәм Коминтерндың халыҡ-ара ленин мәктәбендә кассир йөкләмәһен алып бара.
1945—1956 йылдарҙа — Башҡортостан емеш-еләк тәжрибә станцияһының виноградсылыҡ бүлеге мөдире була. 1956 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының баҡсасылыҡ бүлегендә өлкән ғилми хеҙмәткәре вазифаһын атҡара.
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: виноградтың (йөҙөм) ҡырыҫ климат шарттарына яраҡлаштырылған тиҙ өлгөрә торған сорттарын булдырыу.
БАССР Юғары Советы депутаты, СССР-ҙың 4-се саҡырылыш (1954—1958) Юғары Советының Милләттәр Советы депутаты була.
Ире, Василий Павлович Стреляев, шулай уҡ ғалим селекционер. 30 йылдан ашыу баҡсасылыҡ буйынса Башҡортостан тәжрибә станцияһы етәксеһе була.
Лидия Николаевна Стреляева 1987 йылдың 29 июнендә Кушнаренко ауылында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы.
- Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1951) — СССР-ҙың Европа өлөшөндәге урта һәм көнсығыш зонаһы өсөн виноградтың ҡышҡы сорттарын сығарыуы һәм агротехникаһын нигеҙләүе буйынса хеҙмәттәре өсөн.
- БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы (1982)
- БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы
- Кушнаренко ауылының Почётлы гражданы
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кушнаренково ауылының бер урамы һәм тыҡрығына Лидия Николаевна Стреляеваның исеме бирелгән.
- Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко селекция үҙәге бинаһының лаборатор корпусына Лидия Николаевна Стреляеваға мемориаль таҡта ҡуйылған.
- Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында «Стреляева иҫтәлегенә» тигән йөҙөм сорты сығарылған..
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стреляев Л. Н. — ҡырыҫ климат шарттары өсөн виноград сорттары һәм уларҙың агротехникаһы буйынса 15 хеҙмәт авторы. Виноградтың ун сортын һәм элиталы гибридтарын сығара: «Башҡорт зөбәржәте» («Башкирский изумруд»), «Александр» (Прибалтиканы азат иткәндә һәләк булған улы иҫтәлегенә), «Юбилей», «Башкирский черный», «Башкирский ранний», «Балекей» һәм башҡалар[1] .
- Л. Н. Стреляева «Культура винограда в Башкирии». М., 1966.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Описание сортов винограда 2016 йыл 18 сентябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стреляева Лидия Николаевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 апрель 2022)
- Л. Н.СТРЕЛЯЕВА — ИЗВЕСТНЫЙ СЕЛЕКЦИОНЕР В ОБЛАСТИ ВИНОГРАДАРСТВА 2017 йыл 3 март архивланған.
- Магия виноградной лозы 2016 йыл 4 март архивланған.
- Почётные граждане(недоступная ссылка)
- Добрая память жива 2015 йыл 10 июнь архивланған.
- К конкурсу «Виноградная лоза Кушнаренково» 2017 йыл 13 февраль архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 7 апрелдә тыуғандар
- 1902 йылда тыуғандар
- Таврида губернаһында тыуғандар
- 29 июндә вафат булғандар
- 1987 йылда вафат булғандар
- Кушнаренко районында вафат булғандар
- Сталин премияһы лауреаттары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Алфавит буйынса ботаниктар
- 4-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 4-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары (Башҡортостан)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар